Башҡортостан Республикаһы Милли музейы филиалы Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Башҡорт ғаиләһе: йолалар һәм хәҙерге заман» республика музейҙар акцияһы сиктәрендә «Өлгөлө ғаилә-хазина» исемле мәҙәни сара үтте.
Сараның төп маҡсаты — Башҡорт ғаиләһе көнөн билдәләү, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу, өлгөлө ғаиләләрҙең абруйын күтәреү.
Башҡорт ғаиләһе көнөнә арнап ойошторолған байрам сараһында, тормошта үҙ юлын тапҡан, гөрләтеп донъя көткән, ҡайһы берҙәре үҙ эштәрен булдырған, күптәре дәүләт учреждениеларында тырышып эшләп йөрөгән, матур балалар үҫтергән, ауылдың абруйлы йәш ғаиләләре ҡатнашты.
Бына улар:
- Зөлфәт һәм Әлфиә Әхмәтшиндар ғаиләһе,
- Радик һәм Альмира Исхаковтар ғаиләһе,
- Айҙар һәм Мәҙинә Сейсембиндар ғаиләһе,
- Айнур һәм Гүзәл Сакиндар ғаиләһе,
- Шамил һәм Розалия Низамовтар ғаиләһе,
- Айгиз һәм Айгөл Кусямишевтар ғаиләһе.
Байрам сараһында иң тәүге һүҙ музей мөдире Айҙар Рәйес улы Мәжитовҡа бирелде. Ул килгән хөрмәтле ҡунаҡтарҙы Башҡорт ғаиләһе көнө менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Артабан килгән ҡунаҡтар ике командаға бүленеп, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте, йолалары һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса «Белем дә - көс» интеллектуаль уйында көс һынашты.
Ғаиләләр үҙҙәренең белемлелеге, тапҡырлығы һәм берҙәмлеге менән айырылып торҙо.
Сара аҙағында улар музей хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре еткереп, бындай осрашыуҙар ғаиләләрҙе тағы ла нығыраҡ берләштереүен, рухи байлыҡты арттырыуын билдәләне.
Шулай итеп, өлгөлө ғаиләләр – ауыл ҡото һәм йәме. Уның киләсәге тап ошондай тырыш ғаиләләр ҡулында. Тыуған ерен ташлап китмәй, унда төпләнеп, башҡаларға үрнәк булып донъя көткән ғаиләләр беҙҙә тик һоҡланыу тойғоһо ғына уята.
Өлгөлө ғаиләләр – ауыл ҡото, илдең терәге, киләсәге һәм бөгөнгөһө лә.