Башҡорт ғаиләһе көнө һәм республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан Аҡморон ауыл китапханаһында мәҙәни ойоштороусы Фаягөл Таулыҡаева менән берлектә "Башҡорт ғаиләһе - ил терәге” исемле "түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеү үтте. Был сарала ғаиләләрендә ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен, рухын һаҡлаған башҡорт ғаиләләре ҡатнашты. Улар: Нәйлә һәм Радмир Ҡаһармановтар, улдары Шайморат һәм Айбулат; Әлиә һәм Азамат Рәхмәтуллиндар, уларҙың ҡыҙҙары Әдилә; алтын юбилейҙарын билдәләүсе Хәҙисә һәм Рәсүл Балапановтар; Ғәлиә һәм Фәүис Исламғоловтар; Рәйсә һәм Ильяс Исламғоловтар; Зәлифә Сабир ҡыҙы һәм Ильяс Искәндәр улы, шулай уҡ Әлифә Сабир ҡыҙы; Зәмиә Йәнбирҙина, Ишһылыу Рыҫҡужина, Миңзифа Таулыҡаева.
Сарала фәһемле фекерҙәр, ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Артабан һәр ғаилә, әңгәмәгә ҡушылып, башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш, ғаилә йолалары, тел мәсьәләләре тураһында фекерҙәренн белдерҙе. Миңзифа Таулыҡаева ҡунаҡтарға үҙе яҙған ҡобайырын башҡарҙы. Һәр ғаилә татыулыҡ өлгөһө, рухиәт балҡышы булып кисәне йәмләне.