+16 °С
Болотло
Йәмле Талкас күлендә ял көндәрендә ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса ярыш үткәрелде. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең оҫталығын күрһәтеү һәм ял көндәрен файҙалы үткәреү өсөн ғаиләләре менән дә килде. Ярыштан һуң улар хуш еҫле уха һәм ҡайнар сәй менән һыйланды. Балыҡсылар өсөн был ярыш ҡына түгел, ә тәжрибә һәм йылы тәьҫораттар менән уртаҡлашыу мөмкинлеге лә.