Күптән түгел Баймаҡ районы хакимиәте ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре һәм дини ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссияның ултырышы үтте.
Һуңғы ваҡытта Баймаҡта яңы мәсет төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһап, махсус иҫәпкә аҡса йыйыу ҙа ойошторола. Комиссия ултырышында ошо хаҡта ла һүҙ барҙы. Сөнки был хәлгә аңлатма биреүҙе һорап, район хакимиәтенә, район мөхтәсибәтенә мөрәжәғәт итеүселәр күп.
Был һорауға Баймаҡ районының имам-мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин шулай тип яуап бирҙе:
-Бөгөнгә Баймаҡ ҡалаһында тағы бер мәсет - "Мәҙинә" мәсетен төҙөүгә район хакимиәте тарафынан рөхсәт бирелде. Иншаллаһ, март айында яңы объект буйынса барлыҡ документтар әҙер буласаҡ. Шунан һуң инде проект раҫланып, төҙөлөш эштәре башланасаҡ. Шул уҡ ваҡытта ҡалала, "Мәҙинә" мәсетенән тыш, тағы бер мәсет төҙөү планға индерелмәгән һәм аҡса йыйыу ҙа дөрөҫлөккә тап килмәй. Ысынлап та, ҡалала өсөнсө мәсет булдырыуға мохтажлыҡ юҡ. Бөтөн ресурсты файҙаланып, бүтән төҙөлөштәрҙе башламай, ошо "Мәҙинә" мәсетен төҙөүгә бар көстө һалырға кәрәк. Ә инде "Мөжәүир" исемле яңы мәсет төҙөү уйы менән янып йөрөүселәргә шундай кәңәш еткерәбеҙ: атаҡлы, мәшһүр шәхестең исемен мәсеткә ҡушыу өсөн уның балаларынан йәки ейән-ейәнсәрҙәренән рөхсәт алырға кәрәк. Бөгөнгө көндә Мөжәүир хәҙрәттең ейән-ейәнсәрҙәре ҡартаталарының исемен ниндәйҙер мәсеткә биреүҙәренә ҡәтғи рәүештә ҡаршы.
Һөҙөмтәлә комиссия ултырышында ҡалала, “Мәҙинә” мәсетенән тыш, тағы бер мәсет төҙөү өсөн ер участкаһы биреү тураһындағы үтенес ҡәнәғәтләндерелмәне. Ултырыш барышында «Мәҙинә» мәсетен төҙөү буйынса эштәр башланыуы тураһында иғлан ителде. Әлеге ваҡытта ҡалала «Нәсихәт» мәсетенең эшләгәнен иҫәпкә алып, был объекттар халыҡтың дини ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн етерлек буласаҡ.