Яҡташыбыҙ, журналист, "Йәншишмә" гәзите редакцияһының хаттар бүлеге мөдире Зөһрә Хәкимова «Еңеү ҡайтыр атай менән» китабы аша уҡыусыларға яҡшы таныш. Автор республика мәктәптәрендә «Өскөл хаттар» акцияһын ойошторҙо. Унда беҙҙең район уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Уҡыусылар яҙған хаттар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәгенең "Һаҡлаусы Фәрештә" ирекмәндәр штабына тапшырылды. Ирекмәндәр кисә юлға сыҡҡан гуманитар ылауға балаларҙың хаттарын да һалып ебәрҙе.
- 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән ҡыйыу улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ тыуған ерҙәрен яҡларға юлланған. Уларҙы йорт менән бәйләгән еп хаттар булған. 80 йылдан ашыу ваҡыт үтте, әммә үткәндәрҙең шаңдауы бөгөн дә яңғырай. Бөгөн бөтә республика уҡыусылары махсус хәрби операция яугирҙәренә рәхмәт һүҙҙәре һәм ихлас теләктәр менән хаттар яҙа. Улар матур итеп һүрәттәр ҙә эшләп ебәрә. Был хаттар һалдаттарға көс, дәрт өҫтәй, хәрби рухты күтәрә һәм еңеүгә ышаныс уята. Һалдаттар уларҙы уҡый, ҡиммәтле бүләк итеп һаҡлай, - ти Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы.