“Һаҡмар” ҡунағы
Бәхет - буштан-бушҡа ҡулға ҡуна торған ҡош түгел...
Ошо көндәрҙә Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, ижады менән күптәрҙең күңел-йөрәген яулаған билдәле шағирә Фирүзә апай Абдуллина матур юбилейын билдәләй
Фирүзә Абдуллина (Байтурина) 1961 йылдың 24 февралендә Шүлкә ауылында тыуған. Баймаҡ интернат-мәктәбен, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлай, 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай. Фирүзә Абдуллина мәктәп йылдарынан уҡ шиғырҙар яҙа. Әйҙәгеҙ, ошо һәм башҡалар хаҡында шағирәнең үҙе менән һөйләшәйек.
- Фирүзә апай, беренсе шиғырығыҙғы ҡасан яҙҙығыҙ һәм ул нимә тураһында ине?
- Өсөнсө класта уҡығанда яҙып ҡараным. Уҡытыусы ҡушыуы буйынса ине. Әле лә иҫләйем, 8 март яҡынлаша ине. Барыбыҙға ла әсәйҙәр тураһында шиғыр яҙырға ҡушылды. Уҡытыусым мине маҡтаған булды. Мин хәҙер ул шиғырҙың ниндәй икәнлеген хәтерләмәйем. Ул юғалған, онотолған. Әммә беренсе тәжрибәм булараҡ хәтерҙә уйылып ҡалған.
- Һеҙҙең шиғырҙар күңелгә үтеп инерлек булыуынан тыш, шиғыр яҙыуҙың бар нормаларына тап килеүе менән һоҡландыра, ритм, рифма кеүек бар үҙенсәлектәр тулыһынса күҙәтелә. Бының сере нимәлә?
- Мин шиғырҙы ҡысҡырып уҡып-уҡып яҙам. Ул шыма яңғырарға тейеш. Сере, моғайын, шундалыр. Артыҡ бер ижек тә, өн дә ысҡынырға тейеш түгел. Шулай уҡ мәғәнәһе лә булыуы мотлаҡ. Бына поезд туҡылдап ҡына бер тауыш менән бара бит. Шиғыр ҙа шулай тыҡылдап ҡына торорға тейеш.
- Һеҙҙең шиғырҙарҙы кешеләр ныҡ яратып ҡабул итә. “Ул күптән беҙҙең халыҡ шағирәһе” тип әйтәләр, яҙалар. Ошо һүҙҙәргә ҡарашығыҙ?
- Эйе, был хаҡта миңә күп әйтәләр, еткерәләр, интернетта ла яҙалар. Тыныс ҡабул итәм. Кемдер шулай уйлай икән, был уларҙың фекере. Маҡтауҙарға шашып та китмәйем, тәнҡиттәргә лә бирешмәйем. Үҙемсә йәшәй бирәм.
- Һеҙҙең шиғырҙарҙы ҡайҙа уҡырға була?
- “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Ғәжәп донъя” тип аталған шиғри төркөмөм бар. Был төркөмдә минең ижадымды яратыусы дуҫтары менән әүҙем аралашабыҙ.
- Һеҙ хикәйәләр ҙә яҙаһығыҙ. Поэзиянан прозаға күсеүме был?
- Һуңғы өс йылда прозаға ла иғтибар биреп, хикәйәләр яҙа башланым. Юҡ, был бөтөнләй прозаға күсеүем түгел, ә тәжрибә туплау, нимәлер эшләп ҡарау. Бигерәк тә конкурстарҙа ҡатнашыу һәм үҙемдең ғаиләмә, яҡындарыма ҡағылышлы тарихты аҡ ҡағыҙға төшөрөү ниәтенән яҙылған әҫәрҙәрем дә бар. Юморескала үҙемде һынап ҡарау теләгем дә бар ине. Минең ижадты яратыусыларға һөйөнөслө хәбәрем дә бар. Тиҙҙән минең проза әҫәрҙәренән торған китабым донъя күрәсәк.
- Бала саҡтағы иң матур хәтирәгеҙ?
- Бала сағымды, йәшлегемде иҫкә алғанда, тыуған йортобоҙҙоң бейек тупһаһында кистәрен баянға йырлашып ултырыуыбыҙ күҙ алдына килә. Бесәндән арып-талып ҡайтабыҙ ҙа, эште бөтөп, ашап-эсеп, унан мунсаға барып рәхәтләнеп сабынып сығаһың да, ял итәһең. Беҙҙең ял шул бейек күтәрмәлә күмәкләшеп теҙелеп ултырып йырлашыу булды. Ағайҙарым өҙҙөрөп баянда уйнай, ә апайҙарым бик матур йырлай ине. Мин дә ултыра торғайным ауыҙҙы асып-ябып (йылмая). Мин үҙемде йырсы тип әйтә алмайым. Әммә йыр-бейеү күңелемә бик яҡын. Шуға күрә лә минең шиғырҙарыма йырҙар яҙылалыр...
- Йондоҙнамәгә ышанаһығыҙмы?
- Радио, телевизорҙан йондоҙнамә тураһында һөйләй башлаһалар, тыңлайым. Әммә уға ышанам тип әйтә алмайым. Сөнки, минеңсә, һәр кеше үҙ яҙмышын үҙе төҙөй. Әлбиттә, Аллаһы Тәғәләнән уҙып булмай, сөнки Ул алдан барыһын да билдәләп ҡуя. Шулай ҙа барыһын күктән көтөп ултырырға ярамай. Үҙең ҡыбырламаһаң, һиңә бер нәмә лә үҙенән-үҙе килеп эләкмәй.
- Буш ваҡытығыҙ нисек үтә?
- Әгәр буш ваҡыт миңә өйҙә саҡта эләгә икән, мин ҡул эшенә тотонам. Тимәк, тағы буш түгелмен (көлә). Йәй булһа, сәйәхәт итергә, ҡайҙалыр барырға, ниҙер күрергә ынтылам. Ерҙә соҡонорға яратам. Йәшелсә-емеш үҫтерәм. Бигерәк тә гөл-сәскәгә ғашиҡмын. Уларҙы өйҙә лә, баҡсала ла үҫтерергә яратам. Мин һәр саҡ ниҙер эшләйем. Әгәр мин бер нәмә лә эшләмәйем икән, тимәк, мин йоҡлаған булам (көлә).
- Ғаилә хәлегеҙ?
- Ғаиләм хәлем, шөкөр, тотороҡло. Тормош иптәшем менән ҡырҡ өсөнсө йыл Ҡырмыҫҡалы районында Иҫке Бәпес ауылында йәшәйбеҙ. Икәүләп мәктәптә эшләнек, балалар үҫтерҙек. Хәҙер ейәндәрҙе үҫтерергә ярҙам итәбеҙ. Тормошомдан бик ризамын.
- Ниндәй ҡатын үҙен бәхетлемен тип әйтә ала?
- Минең кеүек ҡатын-ҡыҙ үҙен бәхетлемен тип әйтә ала. Сөнки ҡыҙ бала булараҡ әсәйемә изгелектәр күрһәтеп, унан ризалыҡ-фатихаһын алып ҡалдым. Мөмкин тиклем ярҙам иттем. Яҡшы кешегә тап булып уға тормошҡа сыҡтым. Бер-беребеҙҙе яратып матур ғаилә ҡорҙоҡ, бәхетле йәшәйбеҙ. Аҡыллы балалар үҫтерҙек. Аллаһҡа шөкөр. Яҡшы өләсәймен тип әйтә алам. Сөнки ейәндәрем миңә атлығып тора, ярата. Эшемдә мин уңышлы булдым, уҡыусыларым мине яратты. Ижадым уңышлы, Аллаһҡа шөкөр. Ә шулай ҙа бәхет һәр кемдең үҙ ҡулында. Һәр кем уны үҙ ҡулдары менән әүәләй. Тырышлыҡ кәрәк, бер нәмә лә буштан-буш килмәй. Һәр нәмә, һәр уңыш, нимәгәлер өлгәшеү өсөн беҙ үҙебеҙ көс һалырға тейеш. Ҡул көсөмө ул, рухи көсмө – әммә шулай ғына һөҙөмтә буласаҡ. Бәхет - ул буштан-бушҡа ҡулға килеп ҡуна торған ҡош түгел.
- Баймаҡты һағынаһығыҙмы?
- Әлбиттә. Мин 4-се класты бөткәс - ауылдан, 1978 йылда райондан сығып киттем. Әммә ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, тыуған яғымды, районымды онотманым, һағынам. Күңелем һәр саҡ тыуған ерҙәремдә. Шуға күрә ҡайтам, кешеләр менән осрашам, аралашам. Һәр саҡ “Мин Баймаҡтан!” тип ғорурланып йәшәнем, йәшәйем. Төп сығышым менән дә, йөрәгем менән дә мин – Баймаҡ кешеһе. Сөнки миндә Баймаҡ рухы йәшәй. Иң мөһиме шулдыр.
- Һеҙҙең кеүек һәр саҡ йылмайып йәшәү өсөн ныҡ бәхетле булырға кәрәктер?
- Бәхет байлыҡтан да, сәләмәтлектән дә, уңыштарҙан да тормай бит ул. Бәхет - ул үҙеңде бәхетле итеп тоя белеү. Барына риза була белеү. Һинән матурыраҡ та, байыраҡ та, һауыраҡ та, уңышлыраҡтар ҙа буласаҡ һәр саҡ. Улар күп буласаҡ. Шуға иғтибар итмәй, үҙеңә риза булып, шөкөр итеп йәшәй белергә кәрәк. Шул саҡта һәр кем үҙен иң бәхетлеһе итеп тоясаҡ.
- Хөрмәтле Фирүзә апай, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Бар баймаҡтар исеменән күркәм юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм изге теләктәр теләйбеҙ. Һеҙҙән яңы әҫәрҙәрҙе түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ. Һәр саҡ Баймаҡ булып ҡалыуығыҙ өсөн рәхмәт!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА әңгәмәһе.