Ишембай районынан 51 йәшлек ир һылтанма (ссылка) аша үтеп, мутлашыусылар тоҙағына эләгә һәм аҡсаһын юғалта. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүсе билдәһеҙ кешенән мессенджерҙа «Тебя выложил?» тигән смс һәм һылтанма ала. Ир уның аша үтә. Был ваҡытта мутлашыусылар уның телефонына үтеп инә һәм 112 мең һум күләмендә аҡсаһын урлай. Ир алданыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Йәрмәкәй районы полицияһына 52 йәшлек ҡатын мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ғариза биреүсе билдәһеҙ кешенән мессенджерҙа «Привет узнаешь его? Сегодня умер» тигән хәбәр ала. Ҡыҙыҡһынып, ҡатын һылтанма аша үтә. Тиҙҙән мутлашыусылар уның кеҫә телефонына ситтән тороп инеү мөмкинлеген ала. Банк ҡушымтаһын тикшергәндә ул 40 мең һумдан ашыу аҡсаны иҫәптән алыуҙарын күрә.
Стәрлетамаҡта йәшәүсе 47 йәшлек ир ҙә шундай хәйләгә эләккән. Иргә мессенджерҙа дуҫынан «Общая знакомая подруга попала в ДТП» тигән хәбәр килә. Уның аккаунтына ингән мутлашыусылар һылтанма буйынса күсергә күндерә һәм мобиль ҡоролмаға алыҫтан инеү мөмкинлеген ала. Енәйәтселәр уның 18 мең һум аҡсаһын урлай. Һуңынан ир мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Был факттар буйынса РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса ЭСКЕ эштәр министрлығы иҫкә төшөрә: интернетта сит кешеләр менән аралашҡанда иғтибарлыраҡ булығыҙ. Бер ҡасан да һылтанмалар аша үтмәгеҙ. Һеҙгә ебәрелгән файлдарҙы тикшермәйенсә асып ҡарамағыҙ.