+21 °С
Болотло


Ҡаланың 4-се лицейының 4-се “А” класы уҡыусылары Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәгендә булды. Улар яугирҙәргә һаулыҡ, рух ныҡлығы һәм хәрби хәрәкәттәрҙең тиҙ арала тамамланыуын теләп, үҙҙәре йыйған гуманитар ярҙамды тапшырҙы.
Лицейҙың 8-се “Б” класы уҡыусылары ла изге Рамаҙан айында яҡшы эштәре менән һөйөндөрә. Улар көнкүреш әйберҙәре, уҡыу өсөн кәрәк-яраҡ йыйып, ҡаланың “Ғаилә” үҙәгенә тапшырҙы. “Ярҙам өсөн уҡыусыларға һәм уларҙың класс етәксеһе Гөлгөнә Исмәғил ҡыҙы Яҡшыбаеваға рәхмәт белдерәбеҙ”, - ти “Ғаилә” үҙәге белгестәре.
Изге Рамаҙан айындағы изге эштәрегеҙҙең сауаптарын насип итһен.