Ғаилә йылы
20 Февраля , 09:50

Ҡушыҡтар араһы

Ғаилә йылына арналған, ғаилә ҡиммәттарен нығытыу, ғаилә ансамблдәрен тергеҙеү һәм яңы таланттар эҙләү маҡсатында ойошторолған эстафета дауам итә. Был юлы Таһир ауылының тағы бер боронғо тоҡомдары ЯҪЫБАЕВТАР һәм ӘЛИБАЕВТАР (ҡушыктар араһы) сәхнә турен яуланы.

Ғаилә йылына арналған, ғаилә ҡиммәттарен нығытыу, ғаилә ансамблдәрен тергеҙеү һәм яңы таланттар эҙләү маҡсатында ойошторолған эстафета дауам итә. Был юлы Таһир ауылының тағы бер боронғо тоҡомдары ЯҪЫБАЕВТАР һәм ӘЛИБАЕВТАР (ҡушыктар араһы) сәхнә турен яуланы. Ике яҡлап та концертҡа етди әзерләнеп халыҡтың кәйефен күтареү өсөн бөтә күңелдәрен һалып сығыш яһанылар.Мәғариф ветераны ,филолог Фәйрүзә Рамаҙан ҡыҙы Яҫыбаевтарҙың нәҫеле , шәжәрәһе тураһында ентекле һөйләп үтте.был ара килендәре , ҡыҙҙары берҙәм ,татыу булыуҙары менән айырылып тора.сәхнәлә лә шулай уҡ бер ғаилә булып,берен бере уҙҙырып сығыш яһаны лар.оло килендәр Фәйрузә, Зарифа,Зөлфиә,Рима,йәш килендәр Гүзәл,Алина,Яҫыбай тоҡомо ҡыҙҙары Вәсилә Балхина тормош иптәше Зөфәр Балхин,Ҡунаҡҡилдина Мәрүәр хәләле Ғәбдинур менән сығыш яһап халыҡтың һөйөуен яуланы. Башҡорт халҡының боронғо килен килен һөйөү йолаһын күрһәттеләр. кейәүҙәре Ғәбдинур Әбделхәй улының гармун көйҙәренә халыҡ ихлас бейешеп алды. Киләһе сиратта ӘЛИБАЕВТАР (ҡушыктар араһы) сәхнәгә сыҡты.Әлибаевтар араһының олоһо ла ,кесеһе лә берҙәм сығыш яһап,бар яҡлап талантлы икәнлеген күрһәтә алды.Ололар Әлибайҙар араһы ҡыҙҙары хеҙмәт ветераныдары Гөлсирә Һунаршина,Рәйлә Биктимерова,оло килендәр медицина хеҙмәте ветераны Рәмилә Әлибаева,мәғариф ветераны Гүзәл Әлибаева,ТПНИ хеҙмәткәре Әлибаева Таң һылыу,культура хеҙмәткәре Айһылыу Әлибаева,Баймаҡ ҡалаһы ҡунаҡтары Һунаршин Айнурҙың ҡыҙҙары ,Зинира,Самира,Рамина ҡатнашты.Бәләкәс ҡыҙҙар үҙҙәренең бейеүҙаре менән халыҡ күңелен яуланы.Ололар башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы.Әлибайҙар араһы ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡуйҙы.куңел йылыһы һалып эшләнгән эштәр күҙ яуын алды.Һунаршина Гөлсирә,Тотманова Миңдиниса ,Буләкова Миңнур апайҙар,йәш килен Айгөл Һунаршина үҙҙәренең ҡул эштәренә маһирлыктарын иҫбатланы. Халыҡ был ара сығыштарын дә яратып ҡабул итте . Ике араныңда сығыштары шәп,елле булды .ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт.йыр моңга,бейеүгә дәртегеҙ һурелмәһен.! ЯҪЫБАЕВТАР һәм ӘЛИБАЕВТАР эстафетаны ВӘЛИУЛЛИН һәм ӘЛИБАЕВТАР (тартайҙар араһы) на тапшырҙы.көтөп ҡалабыҙ һеҙҙе!

Ҡушыҡтар араһы
Ҡушыҡтар араһы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас