Ғаилә йылы
20 Февраль , 07:35

Уҡыусыларҙан - ярҙам

Яугирҙәр өсөн

Уҡыусыларҙан - ярҙамУҡыусыларҙан - ярҙам
Уҡыусыларҙан - ярҙам

Хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу буйынса акция иғлан ителгәйне.

4-се лицейҙың 9-сы "б" класы уҡыусылары һәм ата-әсәләр акцияға ихлас ҡушылды. Улар тәҡдим ителгән  исемлек буйынса һәм унан башҡа кәрәкле әйберҙәрҙе килтерә. Аҙыҡ-түлек (ярма, ҡуйыртылған һөт, балыҡ һәм ит консервалары, печенье, шоколад һ.б.), гигиена әйберҙәре (һабын, бәҙрәф ҡағыҙҙары, теш йыуыу пастаһы һәм щеткаһы һ. б.), медикаменттар, кейем (термобелье, ойоҡбаш, салбар, футболка, башлыҡ һ.б.) тупланып, 10 ҡумтаға тултырылды.

Уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең ярҙамы яҡташтарыбыҙға барып етеп, уларҙың хәрби рухын, кәйефен күтәрер, тип ышанабыҙ.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас