+21 °С
Болотло
Борон борондан ат - кешенең тоғро дуҫы һәм ярҙамсыһы булған. Һуғыш йылдарында ул күп төрлө хужалыҡ эштәрендә файҙаланылһа, ә яу яланында яугирҙың уң ҡанаты булған. Элекке күсмә тормош шарттарында ир - егеттәр менән бер рәттән ҡатын - ҡыҙҙар ҙа һыбай йөрөгәндәр.
Һыбай йөрөү мускулдарҙың әүҙемләшеүенә һәм сәләмәтлекте нығытыуға ыңғай йоғонто яһай.


Сираттағы сәләмәтлек марафоны Әбделкәрим ауылының Ғәбитов урамында йәшәүсе Баязитовтарҙың шәхси хужалығында үтте. Шамил Баязитов 10 лап йылҡы малы көтә. Бөгөн ошо марафонға ҡушылып ҡатын-ҡыҙҙар менән һыбай йөрөнөк. Беҙгә , йылҡыларҙын хужаһы Шамил үҙе һәм ошо тайҙарҙы өйрәтешкэн Илсур Баязитовтар йөрөргә ярҙам иттеләр.
Зифинә Шәйдуллина, мәҙәни ойоштороусы