Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
18 Февраль , 02:55

"Ғаиләм усағы"

Ишей ауыл китапханаһында ҙур һәм тартыу ғаилә йылына арналған"Ғаиләм усағы" тип аталған сара булып утте. Ауылыбыҙҙың иң оло йәштәге һәм күп балалар үҫтергән ғаилә парҙары сакырылды.

Ишей ауыл китапханаһында ҙур һәм тартыу ғаилә йылына арналған"Ғаиләм усағы" тип аталған сара булып утте. Ауылыбыҙҙың иң оло йәштәге һәм күп балалар үҫтергән ғаилә парҙары сакырылды. Сараға килеусе иң оло ғаилә парҙары Йыһаннур һәм Алтынбикә Ҡарасуриндар илле дүрт йыл бергә ғүмер итәләр. Әхийәр һәм Әлфирә Ҡарасуриндар март айында алтын туйҙарын туйлаһалар, көҙгә ҡарай Сөләймән һәм Зәйтүнә Гарифуллиндар ҙа алтын туйҙарын туйларға йыйына. Әмир һәм Сәлимә Зәйнәғәбдиновтар ҡырҡ туғыҙ йыл иңгә -иң терәшеп йәшәйҙәр. Ауылыбыҙҙың иң күп балалар тәрбиәлагән Юнир һәм Лариса Ҡарасуриндарҙы ла сараға сакырылды,улар тугыҙ бала тәрбиәләйҙәр. Һәр бер ғаилә үҙҙәренең йәш сактарына ҡабат әйләнеп ҡайтып ,нисек танышҡандарын, ғаилә ҡороп ,балалар үҫтергәндәрен, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларын уртаҡлашаты. Шулай уҡ сараға ағинәйҙәр етәксеһе Халиҙә Иҙелбай ҡыҙы үҙе яҙған шиғырын укып һәм матур йыры менән сығыш яһаны.Ауыл мәҙәниәт йорто етаксеһе Минзифа Яҡшылыҡ ҡыҙы ҡунаҡҡа килгән ғаилә парҙарына изге теләктәр теләп,матур шиғыр менән ҡотлап үтте. Килгән ҡунаҡтарыма, ҙур рәхмәт!

"Ғаиләм усағы"
"Ғаиләм усағы"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас