Ғаилә йылы
6 Февраль , 11:50

95 йәшен ҡаршыланы

Таулыҡай ауылының иң оло кешеләренең береһе - Сәрхәпъямал Ғәлина үҙенең 95 йәшлек олпат юбилейын ҡаршыланы. Инәйҙе ғүмер байрамы менән ҡотларға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары йыйылды. Ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гөлназ Үҙәнбаева һәм ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Гөлгөнә Исхаҡова юбилярҙы тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе, район һәм ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы...

Таулыҡай ауылының иң оло кешеләренең береһе - Сәрхәпъямал инәй Ғәлина үҙенең 95 йәшлек олпат юбилейын ҡаршыланы. Инәйҙе матур юбилейы менән ҡотларға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары йыйылды. Ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гөлназ Үҙәнбаева һәм ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Гөлгөнә Исхаҡова юбилярҙы тәбрикләп изге теләктәрен еткерҙе, район һәм ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Сәрхпъямал Мөхәммәтйән ҡыҙы оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә сос, етеҙ, тырыш, эшһөйәр. Беҙ ҙә инәйҙе олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Уға бәхетле ҡартлыҡ, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас