Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
3 Февраль , 04:25

Шахматсыларҙы ҡотлайбыҙ!

Артабан да еңеүҙәр теләйбеҙ!

Шахматсыларҙы ҡотлайбыҙ!Шахматсыларҙы ҡотлайбыҙ!
Шахматсыларҙы ҡотлайбыҙ!

Талантлы шахматсыларыбыҙ Әбйәлил районының Асҡар ауылында үткән "Урал аръяғы башҡорт шахмат лигаһы" команда турнирының икенсе этабында уңышлы сығыш яһаны. Баймаҡ командаһы почетлы өсөнсө урын яуланы!

Беҙҙең команда составында Аблаев Алмас, Азаматов Тимерхан, Сабиров Ибраһим, Баймөхәмәтов Азат, Кира һәм Карина Баскаковалар, Кәримов Данияр, Аҡҡужин Айгиз, Ҡолмөхәмәтова Эльвина, Ҡолбулдин Арсен сығыш яһаны.

Уларҙы һәм тренерҙарын уңыштары менән ҡотлайбыҙ! Артабан да еңеүҙәр теләйбеҙ!

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас