Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында Атайҙар ҡоро быйылғы йылда үҙенең беренсе ултырышын үткәрҙе. Лицей - интернат директоры Рәфил Ғәлиәхмәтовтың сығышынан һуң, ойошма үҙенең маҡсаттарын билдәләне, фекер алышты. Атайҙарҙың ҡул эштәренән торған күргәҙмә был сараны биҙәне.
Шулай уҡ Атайҙар ҡороноң яңы составы булдырылды. Ойошманың етәксеһе итеп бер тауыштан Артур Иҫәнов һайланды. Уның ярҙамсыһы итеп Мирза Әбдрәхмәнов билдәләнде.
Йыйылышта түбәндәге маҡсаттар ҡуйыла:
- Лицей - интернатында уҡыған балаларҙы тәрбиәләүҙә уҡытыусылар коллективына ярҙам итеү;
- Уҡыусыларҙы сәләмәт тормош алып барыуға һәм спортҡа ылыҡтырыу;
- Тыуған илде яратырға өйрәтеү, ысын патриоттар тәрбиәләү;
- Хеҙмәтте һөйөргә, тәбиғәтте һаҡларға өйрәтеү;
Мәктәп һәм ата - әсәләр берлектә эшләгәндә генә бала тәрбиәләүҙә уңыштарға өлгәшеп булыуҙы атайҙар яҡшы аңлай. Уларға был эштәрендә уңыштар юлдаш булһын.