

Хәрби-патриотик тәрбиә айлығы сиктәрендә Баймаҡ 4-се лицейының спорт залында ҡала һәм район мәктәптәре уҡыусылары араһында "Йәгеҙ әле, егеттәр!" смотр-конкурсы ойошторолдо.
Сара стройҙа йөрөү әҙерлеген ҡарауҙан башланды, егеттәр маршировка һәм командаларҙы үтәү буйынса оҫталығын күрһәтте. Эстафета, автоматты һүтеп-йыйыу, атыу һәм противогазды тиҙлеккә кейеүҙә лә һынатманы улар.
Егеттәр перекладинала күтәрелеү, гер күтәреү, йүгереү һәм армрестлингта ла көстәрен һынаны. Сараның иң көсөргәнешле мәле арҡан тартыу булды.
Бөтә һынауҙарҙы уңышлы үтеп, түбәндәге командалар еңеүселәр булып танылды:
1-се урында - Өмөтбай урта мәктәбе командаһы;
2-се урында - Баймаҡ ҡалаһының 3-сө урта мәктәбенең командаһы;
3-сө урында - Темәс урта мәктәбе командаһы.