+21 °С
Облачно


Байыш ауылы мәктәбендә "тәмле флешмоб" үтте.
Балалар Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тәҡдиме менән башланған «Минең милли ризығым» республика акцияһына ҡушылды.
5-се класс уҡыусылары ваҡытлыса ысын ашнаҡсыларға әүерелде. Мәктәп ашнаҡсыһының оҫта етәкселегендә балалар халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы серҙәрен өйрәнде.
Флешмоб мәктәп ашханаһында ғына тамамланманы. Балалар өйҙәрендә ата-әсәләре менән бергә яратҡан ризыҡтарын әҙерләне. Бындай саралар ата-бабаларыбыҙҙың мираҫын һаҡлап, уны киләһе быуындарға тапшырырға ярҙам итә.