

Иҫке Сибай ауылы ағинәйҙәре ауыл халҡы менән берлектә махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн маскировка селтәрҙәре үрә.
“Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙ уларҙы ихсас ҡабул итеп ала. Райондан киткән ылау менән күпләп дә ебәреп торабыҙ.
Иҫке Сибай ауыл халҡы һәм ойошмалары яҡлаусыларыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Беҙ яҡташтарыбыҙға көн һайын күрһәткән батырлыҡтары, сабырлыҡтары һәм сыҙамлыҡтары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм яугирҙәребеҙ алдында баш эйәбеҙ. Ҡыйыулыҡ, батырлыҡ һәм тыуған яғына ҡарата мөхәббәт — былар барыһы ла ҡыйыу йөрәкле кешеләргә хас сифаттар. Улар беҙҙең өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Беҙҙең маҡсат — яугирҙәребеҙгә ныҡлы терәк һәм ышаныслы ярҙамсы булыу. Батырыбыҙға ойоҡбаштар әҙерләүҙе башлап торабыҙ. Егеттәребеҙ тиҙ арала еңеү менән ҡайтыуҙарын көтөп ҡалабыҙ”, - ти иҫке сибайҙар.