Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
28 Ғинуар , 06:35

Төбәк Башлығының Мөрәжәғәтнамә менән сығышын ҡайҙа ҡарарға була?

Сараны дүрт телевизион канал күрһәтәсәк

Төбәк Башлығының Мөрәжәғәтнамә менән сығышын ҡайҙа ҡарарға була?Төбәк Башлығының Мөрәжәғәтнамә менән сығышын ҡайҙа ҡарарға була?
Төбәк Башлығының Мөрәжәғәтнамә менән сығышын ҡайҙа ҡарарға була?

Йома, 30 ғинуарҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Сараны дүрт телевизион канал – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Сәләм», «Башҡортостан 24» һәм «Бөтә Өфө» “тура эфир”ҙа күрһәтәсәк. Шулай уҡ трансляция төбәк Башлығының социаль селтәрҙәрендә буласаҡ. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана. Мөрәжәғәтнамәлә Радий Хәбиров ғәҙәттәгесә Башҡортостандың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм артабанғы эштең өҫтөнлөктәрен билдәләйәсәк. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләләренә айырым иғтибар бүләсәк.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас