

“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам әҙерләп ебәрҙек. “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, ауыл халҡы исеменән йыйылған аҡсаға дарыуҙар алынды. Сөсө икмәк, киптерелгән сәй, тушенкалар, кәрәк-яраҡтар һалынды. Изге эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт. Беҙ ебәргән ризыҡтар яугирҙәргә барып етеп, күңелдәрен күтәрһен. Барыһының да тиҙ арала тыуған йорттарына имен-һау ҡайтыуын теләйбеҙ”, - ти юлыҡтар.
Шулай уҡ Юлыҡ ҡатын-ҡыҙҙары ҡышҡы оҙон кистәрҙә йыйылып ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Берҙән, был ваҡытты файҙалы итеп уҙғарыу булһа, икенсенән, яҡындарыңа күңел йылыһы һалып эшләнгән матур әйберҙәр бүләк итергә мөмкин.
“Белгән – өйрәтә, белмәгән – өйрәнә, тип ҡул эштәренең оҫтабикәһе Миләүшә Ғәле ҡыҙы бик үҙенсәлекле тәпешкә бәйләргә өйрәтә башланы. Аллаһ бирһә эштәребеҙ артабан дә дауам итһен!” – ағинәйҙәр.