Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
26 Ғинуар , 04:05

Телһөйәрҙәр конкурсы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте

Телһөйәрҙәр конкурсыТелһөйәрҙәр конкурсы
Телһөйәрҙәр конкурсы

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Быйыл 40-сы тапҡыр ойошторолған телһөйәрҙәр бәйгеһе йылдағыса Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҙғарылды һәм Өфөнөң балалар филармонияһы залында уға йомғаҡ яһалды.
Олимпиадала республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларынан, күрше өлкәләренән барлығы 372 уҡыусы ҡатнашты.
Бәйгеселәр өс турҙа һынау тотто: викторина һорауҙарына яуап бирҙе, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, республикабыҙ халыҡтары мәҙәниәте буйынса тест эшләне, текст өҫтөндә эшләне һәм жюри ағзалары менән әңгәмәләште.
Баймаҡ ҡалаhының 4-се лицей уҡыусылары ла һынатманы. Мөхитова Илгизә - еңеүсе, Сыртланов Ғәзим - призер булды. Уларҙы һәм етәкселәре Гөлдәр Һиҙиәт ҡыҙы Сәйетҡолованы уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!  Артабан да уңыштарығыҙ күп булһын!

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас