Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
26 Ғинуар , 11:30

Оло шәхес иҫтәлегенә саңғы ярышы уҙҙы

“Граф күле” турбазаһында районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, муниципаль хеҙмәт ветераны Әхәт Байсуриндың яҡты иҫтәлегенә арналған саңғы буйынса турнир уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, Әхәт Һиҙиәт улының улы Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр бүлеге идаралығы начальнигы Илгиз Байсурин да ҡатнашты.

“Граф күле” турбазаһында районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, муниципаль хеҙмәт ветераны Әхәт Байсуриндың яҡты иҫтәлегенә арналған саңғы буйынса турнир уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, Әхәт Һиҙиәт улының улы Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр бүлеге идаралығы начальнигы Илгиз Байсурин да ҡатнашты.

Спорт һөйөүселәрҙе көндөң сатлама һыуыҡ булыуы ла ҡурҡытманы. Турнирҙа Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан саңғысылар ҡатнашты.

- Баймаҡ районында исемдәрен айырым бер хөрмәт менән әйткән шәхестәр бар, шуларҙың береһе – Әхәт Һиҙиәт улы, - тине Азамат Иҙрисов. – Муниципаль хеҙмәт ветераны булараҡ ул район тарихында яҡты эҙ ҡалдырҙы. Уны шулай уҡ сәләмәт тормош алып барған оло шәхес булараҡ та яҡшы белә инек. Алдына ҡуйылған маҡсатҡа ынтылып, шуға өлгәшеп, күптәргә өлгө булырлыҡ шәхес ине.

- Атайым ауырыған сағында ла сәләмәт тормош алып барыуҙы ташламаны, - тине Илгиз Байсурин. – Ул еңел атлетика, саңғы буйынса спорт төрҙәрен бигерәк яратты. Һуңғы тапҡыр ул Өфөлә уҙған саңғы ярышында ҡатнашты. Ҡаты ауырыуының көсәйгән мәленә лә ҡараманы, саңғыларҙа ҙур дистанцияны үтте. Уға ҡарап беҙ йәшәүгә көс, дәрт ала инек. Атайымдың яҡты иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеп, ярышта ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең барыһына ла рәхмәт.

Турнир бер нисә йәш категорияһы араһында барҙы. Был һәр саңғысыға еңеү яулауға ынтылыш бирҙе.

60 йәштән алып ололар араһында ике километрға йүгергән ир-егеттәрҙән беренсе булып финиш һыҙығына Риф Ғиззәтов килеп етте. Өмөтбай Минишев – икенсе, Виктор Кувшинов өсөнсө урындарҙы алды. Ошо уҡ йәш категорияһында бер километрға йүгергән ҡатын-ҡыҙҙарҙан Татьяна Кашина еңеү яуланы. Унан әҙ генә ҡалып, финишҡа килеп еткән Минзәлә Үҙәнбаева икенсе урынды алды.

50-59 йәш категорияһы араһында ике километрға аралыҡҡа йүгергән ир-егеттәрҙән Хәйҙәр Мөхәмәтдинов – беренсе, Дамир Нәҙерғолов – икенсе, Ислам Ҡарағужин өсөнсө урындарҙы яуланы. Ошо уҡ категорияла бер километр дистанцияны яулаған Гөлшат Сирғәлина беренселекте алды.

36-49 йәш категорияһы араһынан өс километр дистанцияға йүгергән саңғысыларҙан Азат Ҡрымғужин беренсе булып финишҡа килде. Илнур Ғәзизов – икенсе, Альберт Сайпанов өсөнсө урындарҙы алды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Юлиә Юланова – беренсе, Розалия Мусина – икенсе, Линара Ҡрымғужина өсөнсө урындарға сыҡты.

18-35 йәш категорияһында өс километрға йүгергән Илсур Шәһивәлиев – беренсе, Ринат Ильясов – икенсе, Нияз Азаматов өсөнсө булып финишҡа килде. Ике километр дистанцияғ йүгергән Эльза Бәҙретдинова беренсе урынды алды.

Балалар араһында ла ярыш бер нисә йәш категорияһында барҙы. Малайҙар ике, ә ҡыҙҙар бер километрға йүгерҙе. Һөҙөмтәлә Фидель Баймырҙин, Искәндәр Ильясов, Артем Мөлөков – беренсе, Руслан Байғужин, Арсен Ишмөхәмәтов, Арслан Ишбирҙин – икенсе, Әлфир Ғәзизов, Аймир Ғәлин өсөнсө урындарҙы алды. Ҡыҙҙарҙан Рушана Юланова, Наҙгөл Рәхмәтова, Айлина Юланова – беренсе, Әмилә Юнысова икенсе урынды алды.

Артем Мөлөкөв менән Айлина Юланова – “Иң йәш ҡатнашыусы”, ә Рәмил Хәмитов “Иң оло ҡатнашыусы” тип табылды.

Еңеүселәрҙең барыһына Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Әхәт Байсуриндың яҡты иҫтәлегенә арналған саңғы ярышы буйынса беренселек йыл да уҙасаҡ.

Мерәҫ ауылының уңған һәм бөтмөр ҡатын-ҡыҙҙары саңғы ярышында ҡатнашыусыларҙың барыһын да бай табын әҙерләнгән өҫтәл артында ҡайнар сәй менән һыйланы. Улар бешергән былау, майикмәк, бәлештәр барыһының да күңеленә хуш килде. Сатнама һыуыҡта үҙҙәренең иғтибары менән саңғысыларҙы дәртләндереп торған Мерәҫтәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.

Оло шәхес иҫтәлегенә саңғы ярышы уҙҙы
Оло шәхес иҫтәлегенә саңғы ярышы уҙҙы
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас