Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
26 Ғинуар , 10:55

Ҡағиҙәләрҙе үтәү — именлек нигеҙе

"Толпар" балалар баҡсаһында ЮХХДИ инспекторы Г.М. Биишева менән осрашыу үтте

Ҡағиҙәләрҙе үтәү — именлек нигеҙе
Ҡағиҙәләрҙе үтәү — именлек нигеҙе

"Иғтибар-балалар!" республика профилактика акцияһы сиктәрендә "Толпар" балалар баҡсаһында ЮХХДИ инспекторы Г.М. Биишева менән осрашыу үтте.

Гөлфинә Мөхәмәт ҡыҙы тәрбиәләнеүселәр менән юл-транспорт травматизмын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән әңгәмә үткәрҙе. Инспектор балаларға юлда үҙеңде дөрөҫ тотоу һәм ни өсөн иғтибарлы булыу кәрәклеге тураһында һөйләне.

Осрашыу барышында балалар полиция хеҙмәткәре менән бергә юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. Гөлфинә Мөхәмәт ҡыҙы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү бәлә-ҡазанан ҡотолорға ярҙам итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Районыбыҙҙың мәғариф учреждениеларында бындай осрашыуҙар даими уҙғарыла. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү — именлек нигеҙе!

Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас