Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡын бер уй, бер маҡсат берләштерә - тиҙерәк Еңеүҙе яҡынайтыу, яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам итеү.
"Беҙ илдә барған ваҡиғаларға, фронттағы хәлдәргә бер нисек тә битараф була алмайбыҙ. Баймаҡ районы хакимиәте, ойошмалар, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр менән берлектә беҙ ҙә гуманитар ярҙам йыйыуҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ - ти "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе Фирҙәүес Хәсәнова. - Егеттәребеҙгә кәрәкле дарыуҙар, көнкүреш әйберҙәре, аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәр йыябыҙ. Әле бына күмәкләшеп йыйылышып былау эшләү, уны упаковкаларға төрөү өсөн ҡоролма һатып алдыҡ. Был эштә аҡсалата һәр кем ярҙам итте. Ҙур рәхмәт әйтәм уларҙың һәр береһенә. Иртәгә, Аллаһы бирһә, былауҙың беренсе партияһын фронтҡа оҙатасаҡбыҙ".
Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Еребеҙгә именлек, илебеҙгә тыныслыҡ килеп, бар яугирҙәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, тигән бер уй-теләктә башҡарыла был эштәр. Беҙ бергә булғанда ғына бар ауырлыҡтарҙы еңеп, тиҙерәк Еңеүҙе яҡынайтасаҡбыҙ!