Ғаилә йылы
21 Ғинуар , 12:23

Ҡотло булһын күркәм юбилейың!

Ҡәҙерле әсәйем! Һине 75 йәшлек күркәм юбилейың менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ғүмер, ижади илһам теләйем. Балаларыңдың һәм яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәргә яҙһын. Киләсәк көндәрең дә яҡты, бәрәкәтле, бәхетле булһын.

Иң ҡәҙерле кешебеҙ – әсәйебеҙ Килдейәрова Мәрйәм Ибраһим ҡыҙы ошо көндәрҙә 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан һөйөклөбөҙҙө ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Шулай бер-беребеҙгә терәк булып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә насип булһын. Әсәйебеҙ 1951 йылдың 22 ғинуарында Бәхтегәрәй ауылында тыуып үҫә. Әммә ҡәҙерлебеҙгә тормош еңел генә бирелмәй. Сыңғырау бала сағы ата-әсәһеҙ үтә. Һигеҙ йәшендә әсәһеҙ ҡалғас, ағаһы менән еңгәһе тәрбиәләп үҫтерә. Яҡын кешеләре үҙен ҡәҙерләп һәм яратып үҫтергән өсөн мәңге рәхмәтле була.

Үҙен яҙмыш һынауҙары һындырмай, киреһенсә, ныҡлыҡҡа, түҙемлеккә, маҡсатҡа ынтылышҡа өйрәтә. Һөйөклөбөҙ йәштән үк белемгә, телгә, һүҙ ҡөҙрәтенә ғашиҡ булып үҫә. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, бар ғүмерен туған теленә һәм әҙәбиәтенә хеҙмәт итеүгә бағышлай. 45 йылдан ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләне. Шуның 13 йылын уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булды. Йәнә 13 йылын мәктәп директоры вазифаһын намыҫлы башҡарып, хаҡлы ялға сыҡты. Ул етәкләгән саҡта Белорет районының Мәхмүт урта мәктәбе алдынғылар рәтенә сыға, уҡыусылар һәр төрлө өлкәлә, айырыуса белем йәһәтенән яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Юғары категориялы уҡытыусы һәм мәктәп директоры булған әсәйебеҙҙең тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Мәрйәм Ибраһим ҡыҙы ике тапҡыр БР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, ҡала һәм район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы һәм башҡа төрлө наградалар менән бүләкләнде. Шулай уҡ өс тапҡыр Николаевка ауыл Советы депутаты вазифаһын башҡарҙы, Совет рәйесе итеп һайланып, съезда ҡатнашыу бәхетенә иреште. Һөйөклөбөҙҙөң тормош юлында ауыр юғалтыуҙар ҙа күп булды: яҡын кешеләрен, ҡәҙерле туғандарын юғалтты. Әммә ул ҡайғыларҙан һығылып ҡалманы, ауыр тормошо алдында баш эймәне, һынманы. Сабырлыҡ, аҡыл, рухи көс менән барыһын да еңеп сыҡты. Дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә һәм белем биреп, кешелекле итеп үҫтерҙе. Бөгөн ул балаларының уңыштарына, ейән-ейәнсәрҙәренең шат тауыштарына ҡыуанып йәшәй. Әле хөрмәтле юбилярыбыҙ хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан ижадынан айырылмай: шиғырҙар яҙа, әҙәби конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай. Ҡәҙерлебеҙҙең рухи донъяһы бай, күңелендә һәр ваҡыт илһам нуры яна, йырларға ярата. Көслө ихтыярлы, маҡсатлы, аҡыллы, изге күңелле, кешелекле булыуы менән әсәйебеҙ ауылдаштары, уҡыусылары, хеҙмәттәштәре өсөн өлгө булып тора. Үҙе уҡытҡан мәктәп уҡыусыларының йыл һайын юғары һәм урта уҡыу йорттарына инеүе уҡытыусы өсөн иң ҙур баһа булып торалыр, моғайын. Ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған хөрмәтле, абруйлы шәхес Мәрйәм Ибраһим ҡыҙының исеме намыҫлы хеҙмәт, белемгә һөйөү, рух көсө менән бер рәттән телгә алына.

Ҡәҙерле әсәйем! Һине 75 йәшлек күркәм юбилейың менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ғүмер, ижади илһам теләйем. Балаларыңдың һәм яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәргә яҙһын. Киләсәк көндәрең дә яҡты, бәрәкәтле, бәхетле булһын.

Һәр бер иртә һине ҡыуандырып, 
Шатлыҡ менән яңы таң атһын.
Күҙҙәреңде һағыш йәше түгел,
Шатлыҡ йәше генә сылатһын.

Ҡыуаныстар ғына алып килһен,
75 йәшең – оло байрамың.
Һиңә бөгөн бүләк итәбеҙ беҙ,
Барлыҡ яҡшылыҡтар бәйләмен.

Иң изге теләктәр менән – улдарың, ҡыҙҙарың, кейәү-килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең исеменән ҡыҙың Наҙгөл.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас