Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
21 Ғинуар , 18:15

Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн

Сыңғыҙ мәктәбендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға йүнәлтелгән бер нисә сара үткәрелде

Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн
Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн

Бөгөн  "Иғтибар - балалар" профилактик акцияһы сиктәрендә "Берҙәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге көнө" билдәләнә. Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ мәктәбендә ошо көндәрҙә  юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға йүнәлтелгән бер нисә сара үткәрелде.

1-3-сө класс уҡыусылары өсөн класс етәксеһе Р.Р. Моталлапова "Хәүефһеҙ хәрәкәт" темаһына класс сәғәте үткәрҙе. Ул уҡыусыларға яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы брелоктар бүләк итте. Ә 5-9-сы кластар өсөн  "Юл хәүефһеҙлеге", "Хәүефһеҙлек өсөн" темаларына кластан тыш саралар үткәрелде. Уҡыусыларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү, кейемдә яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтарҙың мотлаҡ булыуын тағы бер тапҡыр иҫтәренә төшөрҙөләр.

Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн
Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн
Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн
Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн
Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн
Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас