БР буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, билдәһеҙ кеше балиғ булмаған ҡыҙға шылтыратып, үҙен курьер тип таныштыра. Ул посылка килеүе тураһында хәбәр итә һәм уны алыу өсөн СМС-хәбәр менән килгән кодты әйтергә ҡуша. Ҡыҙ үҙен алдауҙары тураһында уйламай ҙа, һандарҙы әйтеп бирә.
Бер аҙҙан уға төрлө хеҙмәттәр вәкилдәренән шылтыратыуҙар килә башлай: «Дәүләт хеҙмәттәре», «Росфинмониторинг», «ФСБ». Мутлашыусылар, һеҙҙең порталдағы аккаунтты боҙоп ингәндәр, тип раҫлай, ә әсәһе исеменән ышаныс ҡағыҙы рәсмиләштерелеүен һәм уның нигеҙендә “дуҫ булмаған дәүләттәргә” аҡса күсерергә маташасаҡтарын хәбәр итәләр.
Ҡурҡыуға ҡалған ҡыҙ аферистарҙың һүҙҙәренә тулыһынса ышанып, уларҙың йоғонтоһо аҫтында әсәһенең 640 мең һумдан ашыу аҡсаһын алып, билдәһеҙ иҫәптәргә күсерә.
“Был осраҡ бәлиғ булмағандарҙың мутлыҡ схемаларына алдында көсһөҙлөгөн һәм балаларҙың үҙҙәрен дә, ата-әсәләрен дә ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуы ихтимал икәнлеген күрһәтә. Шуға күрә улар менән был хаҡта әңгәмәләшергә һәм шикле тәҡдимдәргә ышанмаҫҡа өйрәтеү мөһим», — тип билдәләнеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.