Район хакимиәтендә махсус хәрби операциянан демобилизацияланған яугирҙәр менән осрашыу үтте.
Уларҙың һәр береһе тәүәккәллек һәм кәрәк саҡта дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүҙе талап иткән етди һынауҙар аша үткән. Күптән түгел улар ҡулдарына ҡорал тотоп илебеҙҙе һаҡлаһа, ә бөгөн тыныс тормошта уның киләсәген төҙөүҙә ҡатнаша. Һәм беҙҙең төп бурыс — яугирҙәргә тыныс һәм лайыҡлы тормошҡа ҡайтыуҙа ярҙам күрһәтеү.
Осрашыу асыҡ аралашыу формаһында үткәрелде, һәр кемгә үҙ һорауына яуап алыу мөмкинлеге булды. Төрлө ведомство белгестәре льготалар алыу тәртибе, эшкә урынлашыу, психологик яраҡлашыу тураһында һөйләне һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Осрашыуҙа бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Хан” позывнойлы яҡташыбыҙҙың ҡатнашыуы мәртәбәле булды. Ул гуманитар ярҙам ебәреүҙә ҡатнашҡан барлыҡ район халҡына ҙур рәхмәт белдерҙе.