-17 °С
Болотло
Икенсе Этҡолда "Дан йырлайбыҙ батырҙарға" тип аталған хәйриә концерты ойошторолдо.
"Концертҡа килеп, беҙҙе хуплаған һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Алла бирһә, һуғыштар бөтөп, егеттәребеҙ имен-аман тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар.
Концерттан йыйылған аҡсаны яуҙа йөрөгән егеттәребеҙгә оҙатасаҡбыҙ. Барығыҙға ла рәхмәт, бергә булғанда ғына беҙ нығыраҡ һәм көслөрәк!" - ти этҡолдар.