Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров 2-се мәктәптә булдырылған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү кабинетын ҡараны. Унда заманса ҡорамалдар, шул иҫәптән интерактив таҡта ҡуйылған. Балалар яңы кабинетта бик теләп шөғөлләнә. "Йәйәүлеләргә ҡағылышлы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса һорауҙарыма уҡыусыларҙың барыһы ла дөрөҫ яуап бирҙе. Был Баймаҡ районында йыһазландырылған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса дүртенсе кабинет. 2021 йылдан Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә, 1-се Төркмән һәм Темәс ауылдары мәктәптәрендә кабинеттар булдырылды. Әгәр кабинеттар булдырыу һәм балаларҙы уҡытыу буйынса тырышлығыбыҙ бер баланың ғүмерен йәки һаулығын ҡотҡарһа (беҙ күберәк ҡотҡарабыҙ тип ышанам), тимәк, беҙ бының менән юҡҡа ғына шөғөлләнмәйбеҙ", - ти Зариф Закир улы.
Дәүләт депутаты ҡаланың Тыныслыҡ урамында төҙөлгән тротуарҙарҙы һәм уның эргәһендәге биләмәләрҙе, шулай уҡ Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын ҡараны. Был эштәрҙең барыһы ла федераль бюджет аҡсаһына "Берҙәм Рәсәй" партияһы инициативаһы менән "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты буйынса башҡарыла. "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проекты 2030 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ.