Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
17 Ғинуар , 14:35

Яугирҙәргә ярҙам

Афарин, Зәбир!

Яугирҙәргә ярҙам
Яугирҙәргә ярҙам

"Таулыҡай ауылы егете, бөгөн Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Үҙәнбаев Зәбир Зөбәйер улына күрһәткән хәстәрлеге, иғтибары һәм изгелеге өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ!
Һеҙ ирекмәндәр штабына тапшырған дүрт ҡумта шампунь һәм душ өсөн гель беҙҙең яҡлаусыларға йүнәлтеләсәк. Бындай ябай, әммә бик кәрәкле әйберҙәр яугирҙәргә уңайлыҡ тыуҙыра, хәстәрлек тойғоһо бирә.
Изгелегегеҙ һәм йомартлығығыҙ үҙегеҙгә кире ҡайтһын, ә һеҙҙең өлгөгөҙ башҡа битараф булмаған кешеләрҙе изге эштәргә рухландырһын! Ярҙамығыҙ һәм изге йөрәгегеҙ өсөн рәхмәт!" - тип белдерәләр "Һаҡлаусы Фәрештә" ирекмәндәр штабынан.

Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас