Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
17 Ғинуар , 16:50

Якташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Яҡташ шағир, яҙыусы, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Урал Мостафин бөгөн 75 йәшлек матур юбилейын билдәләй

Якташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Якташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Яҡташ шағир, яҙыусы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Урал Мостафин бөгөн 75 йәшлек матур юбилейын билдәләй.

Урал Сабирйән 1951 йылдың 17 ғинуарында Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Өфөлә 1-се башҡорт интернатын тамамлағас, авиация институтында инженер һөнәрен үҙләштерә, әрме сафында хеҙмәт итә. Юғары белемле тәжрибәле белгес төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй. 1994 йылда, юлда аварияға осрап, Урал Сабирйән улының һаулығы ҡаҡшай, аяҡтан яҙа. Төрлө вазифаларҙа уңышлы эшләп, абруй яулап, халыҡ араһында ҡайнап йәшәгәндә ҡараңғылыҡҡа сумыу... Көсһөҙ ихтыярлы кешене ошо ҡолау ҙа ғүмерлеккә юҡҡа сығара алыр ине. Тик Урал Мостафинды түгел. 6 китап авторы, "Киске Өфө" һәм "Башҡортостан" гәзиттәренең 4 тапҡыр лауреаты, "Киске Өфө" гәзите ойошторған С.Агиш исемендәге хикәйәләр конкурсы лауреаты Урал Мостафин, үҙе әйтмешләй, уңыш, абруй, дәрәжә һәм халыҡ менән аралашыу бушлығын күңел түренән сыҡҡан һүҙ менән баҫа. Ул һүҙ шиғыр ҙа, проза әҫәре лә, фәлсәфәүи күҙәтеүҙәр халәтендә лә ағыла. Тәүге шиғырҙары 2001 йылда “Йәш шағирҙар тауышы” серияһы аҫтында “Нур усағы” тигән дөйөм йыйынтыҡта “Тәүбә тәсбихем” исеме аҫтында нәшер ителә. 2002 йылда сыҡҡан “Йәшәү – яҙмыш” тип аталған китабы өсөн Урал Мостафин Баймаҡ районының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Батыр Вәлид исемендәге премияһына лайыҡ була. Артабан әҙиптең бер-бер артлы “Илһам көсө” (2005), “Ғүмер – атылған уҡ” (2010), “Хистәр донъяһында”, “Ҡойон ҡойроғо оҙон” (2013) исемле китаптары донъя күрә.

Урал Сабирйән улын 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, уға ҡаҡшамаҫ рух ныҡлығы, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Якташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Якташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Якташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Якташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Якташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Якташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас