Бөгөн районда «Йыл уҡытыусыһы – 2026» һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы асылды. Ул районыбыҙҙың һәләтле, ижади һәм үҙ эшенә тоғро педагогтарын берләштерә. Конкурс - ярыш ҡына түгел, ә тәжрибә уртаҡлашыу, яңы идеялар эҙләү һәм уҡытыусы хеҙмәтенең мәртәбәһен күтәреү ҙә.
Беренсе турҙы - «Визит карточкаһы»нда уҡытыусылар үҙҙәрен күп яҡлы шәхес булараҡ күрһәтте, бөгөнгө уҡытыусының ижадсы ла, аҡыллы остаз да булыуын иҫбатланы. Икенсе тур — «Уҡытыусы-профи» ысын һөнәри оҫталыҡ байрамы булды. Конкурстың был өлөшө Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә үтте, унда уҡытыусылар үҙҙәренең оҫталығын асыҡ дәрестәрҙә күрһәтте.
Баймаҡ ҡалаһы 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Воробьева Жанна Александровна, Түбә мәктәбе уҡытыусыһы Халфина Гөлдәр Рамаҙан ҡыҙы, Баймаҡ ҡалаһы 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Яппарова Гөлдәр Зәкир ҡыҙы, Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейы уҡытыусыһы Ишбирҙина Әлиә Хәбир ҡыҙы фәһемле лә, мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла дәрестәр үткәрҙе.
Конкурсанттарҙың эшен компетентлы жюри баһалай. Уның составында мәғариф бүлеге белгестәре һәм мәктәптәрҙең тәжрибәле педагогтары эшләй.