Ғәҙелбай ауылы клубында һәр төрлө саралар йыш ойошторола. Ошо көндәрҙә клубта ауыл аҡһаҡалы, оло ихтирамға лайыҡ Әмир Бәймөхәмәтовтың 90 йәше уңайынан матур сара үтте.Байрамда Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Йәнбирҙин,"Сәсмәүер" фольклор ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары, Әмир Әфтәх улының тиҫтерҙәре - һуғыш осоро балалары ҡатнашты. Илгиз Ғәлимнур улы юбилярҙы байрамы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисовтың ҡотлау хатын һәм бүләген тапшырҙы. Шулай уҡ байрамда ҡатнашыусы һәр кем Әмир Әфтәх улына матур теләктәрен еткереп, бүләктәр бирҙе. Кисә йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Байрамды үткәреүсе мәҙәни ойоштороусы Гөлшат Ғәлина байрамда ҡатнашыусы һәр кемгә, сәй табыны әҙерләүсе "Сәсмәүер"ҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
90 йәшлек юбиляр тураһындағы мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында.