Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
26 Декабрь 2025, 17:30

"Иҫке йылды оҙатабыҙ, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ"

Төрлө конкурстарҙа инәйҙәр әүҙем ҡатнашты, бүләктәр отто

"Иҫке йылды оҙатабыҙ, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ"
"Иҫке йылды оҙатабыҙ, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ"

Сыңғыҙ ауылының клуб һәм китапханаһы үткәргән сараларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнашыусы "Ағинәйҙәр" йәмәғәт ойошмаһы ағинәйҙәре өсөн "Иҫке йылды оҙатабыҙ, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ" исемле байрам сараһы үткәрелде.

"Уларға һәр сараның уртаһында ҡайнағандары, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торғандары өсөн рәхмәт әйтеп, киләсәктә лә дәртләнеп ойошмала эшләүҙәрен теләнек. Төрлө конкурстарҙа инәйҙәр әүҙем ҡатнашты, бүләктәр отто. Шулай уҡ бер-беребеҙгә байрам бүләге лә бирештек. Ойошманың әүҙем ағзаһы, моңло тауышлы Ғәлиә Нурғәлина йыл йомғаҡтары буйынса "Иң күп китап уҡыусы" исеменә лайыҡ булды һәм уға бүләк тә тапшырылды. Ул йыл буйына китапхананан 76 китап һәм журнал алып уҡыған. Афарин, Ғәлиә инәй! Яңы йылда ла беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!" - тине сараны ойоштороусылар.

"Иҫке йылды оҙатабыҙ, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ"
"Иҫке йылды оҙатабыҙ, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ"
"Иҫке йылды оҙатабыҙ, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ"
"Иҫке йылды оҙатабыҙ, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ"
"Иҫке йылды оҙатабыҙ, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ"
"Иҫке йылды оҙатабыҙ, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ"
"Иҫке йылды оҙатабыҙ, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ"
"Иҫке йылды оҙатабыҙ, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ"
"Иҫке йылды оҙатабыҙ, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ"
Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас