+24 °С
Ямғыр


Баймаҡ ҡалаһының 3-сө урта мәктәбенең уҡытыусылары, ашнаҡсылары, ата-әсәләр һәм уҡыусылары бергәләшеп махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам итә. Ошо көндәрҙә улар изге теләктәрен ҡушып яугирҙәр өсөн тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡтар - һыйыр итенән тушенка, борщ, рассольник әҙерләне. Бынан тыш, кәрәкле дарыуҙар һәм шәхси гигиена саралары һалынған посылкалар тупланды.