Ғаилә йылы
19 Декабрь 2025, 07:30

Районыбыҙ - иң яҡшылар иҫәбендә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына йомғаҡ яһалды

Районыбыҙ - иң яҡшылар иҫәбендәРайоныбыҙ - иң яҡшылар иҫәбендә
Районыбыҙ - иң яҡшылар иҫәбендә

«Торатау» Конгресс-холында Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына йомғаҡ яһалды.

Беҙҙең район юғары баһаға лайыҡ булды, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн республика муниципалитеттары араһында иң яҡшыһы тип танылды. Республика башлығы Радий Хәбиров был әһәмиәтле эш өсөн район халҡына рәхмәт белдерҙе.

"Был хеҙмәт - ирекмәндәр үҙәктәренең, йәмәғәт ойошмаларының, ауыл биләмәләренең, хеҙмәт коллективтарының, эшҡыуарҙарҙың, уҡыусыларҙың, студенттарҙың һәм һәр вайымһыҙ булмаған кешенең берҙәм эш һөҙөмтәһе.

Һәр берегеҙ баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе, ҙур эш башҡарҙы. Барығыҙға ла фиҙакәрлек, әүҙем гражданлыҡ позицияһы, ярҙам һәм теләктәшлек өсөн ихлас рәхмәт белдерәм. Беҙ берҙәм һәм был беҙҙең төп көсөбөҙ!" - тип белдерҙе район башлығы Азамат Иҙрисов.

Районыбыҙ - иң яҡшылар иҫәбендә
Районыбыҙ - иң яҡшылар иҫәбендә
Районыбыҙ - иң яҡшылар иҫәбендә
Районыбыҙ - иң яҡшылар иҫәбендә
Районыбыҙ - иң яҡшылар иҫәбендә
Районыбыҙ - иң яҡшылар иҫәбендә
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас