Ғаилә йылы
19 Декабрь 2025, 07:05

Билалда - шахмат турниры

Билал ауыл китапханаһында мәғариф ветераны Кәримов Вил Усман улының иҫтәлегенә арналған шахмат турниры үтте

Билалда - шахмат турнирыБилалда - шахмат турниры
Билалда - шахмат турниры

Билал ауыл китапханаһында мәғариф ветераны Кәримов Вил Усман улының иҫтәлегенә арналған шахмат турниры үтте.

Шахматсыларҙың барыһы ла интелектуаль ярышта бар күңелен һалып уйнаны, әммә финалға иң лайыҡлылар сыҡты: уҡыусылар араһында беренсе урынды Боҫҡонов Ғайсар, икенсе урынды Нурғәлин Рәфил (5 класс), III урынды Әминев Ғәзиз (9 класс) яуланы. Ололар араһында беренсе урынға Байраҡаев Ғәҙел (Таһир ауылы), икенсе урынға Ямалов Ғәфүр, өсөнсө урынға Садыҡов Фәнүр Фәрит улы лайыҡ булды. Уларҙың барыһына ла аҡсалата приз, сертификат һәм миҙалтапшырылды.

Юламанов Әнүәр, Әминев Рафиҡ, Ямалов Хәдит, Кәримов Рәмил ағайҙар ҙа ярыштан ситтә ҡалманы, һәр турҙа сәмләнеп уйнаны. "Шахмат уйыны бөтөн донъяға таралған аҡыл көсө, зирәклек талап иткән сәмле уйындарҙың береһе. Ул уйлау, фекерләү ҡеүәһен арттыра, хәтерҙе яҡшырта", - ти ярышта ҡатнашыуысы ир-егеттәр.

Көсөргәнешле уйындың судъяһы Баймаҡ ҡалаһынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, үҙе лә балаларҙы шахмат һәм шашка серҙәренә өйрәтеүсе тәжрибәле тренер Зөбәйеров Зөлфәр Абдулла улы ярышта ҡатнашыусыларға юғары баһа ҡуйҙы. Был турнирҙың йыл да үткәрелеүен теләне.

Ярышты ойоштороусы, бағыусыһы, мәрхүмдең улы, Көньяҡ Урал "Алтын" төркөмө компанияһы водителе булып эшләүсе Наил Кәримов: "Беҙҙең атайыбыҙ оҙаҡ йылдар балаларҙы белем серҙәренә генә түгел, шахмат уйнау серҙәренә лә өйрәтте. Уның уҡыусылары, ауылдаштары әле лә атайыбыҙҙы тик яҡшы яҡтан ғына хөрмәтләп иҫкә ала. Шахматҡа булған һөйөү уҡыусыларында һаҡлана. Бик күптән уйлап йөрөгән хыялымды бөгөн тормошҡа ашыра алдым. Шахмат ярышы уйлағандан да яҡшыраҡ килеп сыҡты. Минең тәҡдимемде күтәрмәләп алған һәм аҙағына тиклем үткәреүҙә ярҙам иткән ауыл китапханасыһы Райхана Булатоваға рәхмәтлемен. Шахмат уйынына килгән ир-егеттәргә, тәмле аш-һыуҙары менән һыйлаусы клуб мөдире Сәғилә Ғайсинаға, ағинәйҙәр Миңһылыу Әхмәҙина, Нәсимә Боҫҡоноваларға, бер туғандарыма, бар яҡтан да ярҙам иткән ҡыҙым Иркәгөлгә рәхмәт! Йорт-илдәр тыныс булһын, яуҙа йөрөгән ир-егеттәр имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын. Уларға әҙ булһа ла ярҙам итеү маҡсатынан аҡсалата ярҙам бирәм", - тине.

Билалда - шахмат турниры
Билалда - шахмат турниры
Билалда - шахмат турниры
Билалда - шахмат турниры
Билалда - шахмат турниры
Билалда - шахмат турниры
Билалда - шахмат турниры
Билалда - шахмат турниры
Билалда - шахмат турниры
Билалда - шахмат турниры
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас