Ғаилә йылы
18 Декабрь 2025, 12:45

"Теләктәр шаршыһы"

Етәкселәр «Теләктәр шыршыһы» акцияһына ҡушылды

"Теләктәр шаршыһы""Теләктәр шаршыһы"
"Теләктәр шаршыһы"

Иң тылсымлы байрам – Яңы йыл алдынан, һәр бала мөғжизә көткәндә, Баймаҡ районы «Теләктәр шыршыһы» акцияһына ҡушылды. Ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың теләктәрен бойомға ашырыуға йүнәлтелгән. Был матур проект сиктәрендә район хакимиәте, район һәм ҡаланың ойошма, учреждение һәм предприятиелары етәкселәре шыршы ботағынан бер баланың теләге яҙып һалынған шарҙы алып, уның хыялын тиҙ арала тормошҡа ашырырға вәғәҙә итте.

Ошо матур башланғыс сиктәрендә районыбыҙҙа йәшәүсе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән барлыҡ балаларҙың теләктәре үтәләсәк. Тормош юлында осраған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, был ғәжәйеп балалар бик әүҙем, улар төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында ҡатнаша һәм яҡшы һөҙәмтәләргә өлгәшә.

Был акция уларға яҡшылыҡҡа ышаныс бүләк итһен һәм хыялдарҙың мотлаҡ тормошҡа ашыуын күрһәтһен!

"Теләктәр шаршыһы"
"Теләктәр шаршыһы"
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас