+24 °С
Ямғыр


Таулыҡай ауыл мәктәбендә китапхана менән берлектә "Башҡорт теле - туған телем" исемле матур сара үтте. Ул Башҡорт теле көнө уңайынан ойошторолдо.
"Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Беҙҙең бурыс — ошо байлыҡты йәш быуынға тапшырыу. Балаларҙы телһөйәр, илһөйәр, рухлы итеп тәрбиәләү", - ти сарала ҡатнашыусылар. Башҡорт теле көнө уңайынан уҡытыусы Миңдинур Сәфәрғәле ҡыҙы менән бергә бик матур, күңелле һәм фәһемле сара үткәрелде. Балалар туған телдә йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне. Китапханасы тел, белем, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр әйтеп, уларҙа ниндәй тәрән мәғәнә ятҡанын аңлатты.