+24 °С
Дождь


14 декабрь - Башҡорт теле көнө уңайынан "Аманат" журналы "Башҡортостан беҙҙән башлана" исемле ижади конкурс иғлан иткәйне. Ошо көндәрҙә уның һөҙөмтәләре билдәле булды һәм еңеүселәр тантаналы рәүештә тәбрикләнде. Еңеүселәр араһында ҡаланың 4-се лицейының 9-сы "б" класы уҡыусыһы Тимерхан Кейекбирҙин да бар. Уның етәксеһе - лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы. Тимерханды һәм Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!