Ғаилә йылы
15 Декабрь 2025, 12:45

Сыңғыҙҙар ҙа әүҙем яҙыла

Ауылдың уңған эшҡыуарҙарының береһе Нияз Уразбаев бүләккә 10 тоҡ тауыҡ еме бүлде

Сыңғыҙҙар ҙа әүҙем яҙылаСыңғыҙҙар ҙа әүҙем яҙыла
Сыңғыҙҙар ҙа әүҙем яҙыла

Ҡәйүм Уразбаев етәкләгән Таулыҡай ауыл биләмәһе халҡы "Һаҡмар" гәзитенә әүҙем яҙыла һәм башҡаларға өлгө булып тора. Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдарында әле ташламалы хаҡҡа яҙылыу дауам итә.

Ошо көндәрҙә Сыңғыҙ ауылы халҡы район баҫмаһына дәррәү яҙылды. Матур йолаға әүерелгән "Һаҡмар "ға яҙыл һәм бүләк от" акцияһы ла ойошторолдо. Бының өсөн ауылдың уңған эшҡыуарҙарының береһе Нияз Уразбаев бүләккә 10 тоҡ тауыҡ еме бүлде. Киләсәктә шундай егеттәребеҙ, гәзитебеҙ дуҫтары күберәк булһын! Киләһе йылда ла бергә булайыҡ!

Сыңғыҙҙар ҙа әүҙем яҙыла
Сыңғыҙҙар ҙа әүҙем яҙыла
Сыңғыҙҙар ҙа әүҙем яҙыла
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас