+21 °С
Болотло


12-14 декабрҙә Стәрлетамаҡта уҡыусыларҙың көрәш буйынса XXVIII спартакиадаһы үтте. Унда Баймаҡ районы уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, еңеү яулап, миҙалдар алып ҡайтты.
Спортсыларҙың һөҙөмтәләре түбәндәгесә: Юлыҡтан Тимербулатов Азамат – 3-сө урын, Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы Хисмәтуллин Айгизәр – 2-се урын, Юлыҡтан Миңлебаев Бари – 3-сө урын, Юлыҡтан Миңлебаев Солтан – 3-сө урын, 1-се Этҡолдан Солтангәрәев Алсын – 3-сө урын, 2-се Этҡолдан Байымов Илдар – 2-се урын, Баймаҡ 2-се мәктәбе уҡыусыһы Һибәтуллин Әмир - 1-се урын, Темәстән Ярҡынбаев Данил – 3-сө урын, Темәстән Яхин Ислам – 3-сө урынды яуланы.
Егеттәрҙе лайыҡлы еңеүҙәре ихлас ҡотлайбыҙ. Артабан да тик уңыштар юлдаш булһын!