+24 °С
Ямғыр


1-се Төркмән ауылы егеттәре Харрасов Фәнис менән Рәсүлев Тимур хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы алған. Ауылдың "Ағинәйҙәр" ойошмаһы хакимиәт башлығы Гөлназ Айрат ҡыҙы менән берлектә китапханала егеттәргә изге теләктәр теләп, сара үткәрҙе. "Һәр беребеҙ уларға күңел түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен әйтте. Алла бирһә, егеттәр тоғро хеҙмәт итеп, ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайһындар", - ти улар.