+24 °С
Ямғыр


“Бөгөн, Башҡорт теле көнөндә, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнап Ишей ауылының "Ағинәйҙәр бүлмәһе"ндә башҡорт теле дәресе үткәрҙек.
Унда башланғыс класс уҡыусылары Инсаф Аҙнағолов, Әмин, Юлдаш, Батыр Ҡарасуриндар, уларҙың уҡытыусылары Лариса Әнүәр ҡыҙы һәм ағинәйҙәр Әлфирә Исхаҡ ҡыҙы, Алтынбикә Ғөбәй ҡыҙы, Рәсилә Йыһаннур ҡыҙы һәм Хәлиҙә Иҙелбай ҡыҙы ҡатнашты.
Дәрес темаһы башҡорт теле, әйтемдәр, исемдәр, атамаларға арналды. Ә шулай ҙа балаларға инәйҙәре ҡойған йомаҡтарға яуап табыу иң ҡыҙығы булғандыр. Балалар дәрес аҙағында инәйҙәр ҡулынан бәләкәй генә бүләк-күстәнәстәр ҙә алып, ҡыуанып таралышты”, - тип хәбәр итә “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Х.И. Ишдәүләтова.