+24 °С
Ямғыр


Икенсе Этҡол ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы, "Сыбалайыр һылыуҙары" ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам әҙерләп тапшырҙы. Ауылдың "Ҡурай" магазинына ҡуйылған "Изгелек ҡумтаһы"на һалынған әйберҙәрҙән торған гуманитар ярҙамға ҡушылды. Посылкаларға окоп шәмдәре, гигиена кәрәк-яраҡтары, йылы эске кейемдәр, шапкалар, аҙыҡ-түлек, намаҙлыҡтар, түбәтәйҙәр, ағинәйҙәр эшләгән тәсбихтәр, улар бәйләгән йөн ойоҡбаштар һ.б.һалынды. "Ошо изге эшкә ҡушылыусыларҙың барыһына ла ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Бергә һәм берҙәм булайыҡ! Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен!" - ти этҡолдар.