Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
9 Декабрь 2025, 07:05

Яугирҙәргә - 34-се ылау

Тимер мейестәр, биш мотоцикл, бер автомобиль, 300 килограмдан ашыу йылҡы ите, ҙур йөк машиналары өсөн тәгәрмәстәр...

Яугирҙәргә - 34-се ылауЯугирҙәргә - 34-се ылау
Яугирҙәргә - 34-се ылау

Кисә Баймаҡ районынан 34-се гуманитар ылау махсус хәрби операция зонаһына юлланды.

Был юлы инвалид коляскалары, тимер мейестәр, биш мотоцикл, бер автомобиль, 300 килограмдан ашыу йылҡы ите, ҙур йөк машиналары өсөн тәгәрмәстәр, бактар, блиндаж өсөн мейестәр, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләнде. Уларҙың барыһы ла яугирҙәрең мәнфәғәтенә яҙһын, уларға тыуған яҡ сәләме булып барып етһен.

Бындай ярҙам яугирҙәрҙә ышаныс һәм көс өҫтәй, хәрби рухты нығыта һәм һалдаттарҙың тормошон еңеләйтә, тип ышанабыҙ.

Һәр гуманитар ярҙам – ул беҙҙең районда йәшәгән кешеләрҙең хәстәрлеге, хеҙмәте һәм яугирҙәргә тәрән ихтирамы. Унда үҙ өлөшөн индергән, ярҙам иткән һәр кемгә ихлас рәхмәт! Берҙәмлектә - көс!

Яугирҙәргә - 34-се ылау
Яугирҙәргә - 34-се ылау
Яугирҙәргә - 34-се ылау
Яугирҙәргә - 34-се ылау
Яугирҙәргә - 34-се ылау
Яугирҙәргә - 34-се ылау
Яугирҙәргә - 34-се ылау
Яугирҙәргә - 34-се ылау
Яугирҙәргә - 34-се ылау
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас