+21 °С
Болотло


«Инженер каникулдарының иң яҡшы программаһы» республика конкурсы йомғаҡтары буйынса Баймаҡ ҡалаһының “Йәш техниктар” станцияһы "Профилле смена программаһы" номинацияһында I урынды яуланы. Был юғары награда - бөтә коллективтың ныҡышмалы ижади хеҙмәтенең һөҙөмтәһе. “Беҙҙең программаның республика кимәлендә иң яҡшыһы тип танылыуы менән ғорурланабыҙ. Быны тормошҡа ашырырға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт! Беҙҙең еңеү - дөйөм ҡаҙанышыбыҙ!” – ти “Йәш техниктар” станцияһы педагогтары.