Ғаилә йылы
9 Декабрь 2025, 06:20

Ватан Геройҙары көнө

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында осрашыу үтте

Ватан Геройҙары көнөВатан Геройҙары көнө
Ватан Геройҙары көнө

Бөгөн илебеҙҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. Һәм беҙ Ватаныбыҙ һағында торған, ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлаған, фиҙаҡәрлек һәм батырлыҡ күрһәткән, ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булған кешеләрҙе иҫкә алабыҙ.

З.Ш. Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында Ватан Геройҙары көнөнә арналған батырлыҡ дәресе үтте. Кадеттар менән осрашыуға бөгөнгө көндөң ысын геройы — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, колледж ветераны С.С. Италмасов саҡырылды.

Сәлимйән Сөләймән улы студенттарға үҙенең хәтирәләре, хәрби хеҙмәт йылдары һөйләне. Уның һүҙҙәре һәр кемдең йөрәгенә үтеп ингәндер, сөнки улар ябай һүҙҙәр генә түгел, ә батырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм патриотизмды формалаштырыусы тормош принциптары ла. Кадеттар ветеранды ҙур иғтибар менән тыңланы, һорауҙар бирҙе, уның хеҙмәте һәм батырлығы өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.

Ватан Геройҙары көнө
Ватан Геройҙары көнө
Ватан Геройҙары көнө
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас