Һаҡмар
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Ғаилә йылы
9 Декабрь 2025, 12:30
Лайыҡлы баһа
Үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы булған етәксебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ
Лайыҡлы баһа
Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының сираттағы XXIV съезы үтте. Журналистарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев тәбрикләне. Республика етәксеһе киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә юғары профессионализм, әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм социаль яуаплылыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ бөгөн республикала хәрби хәбәрселәр пулы булдырылыуы, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда хәрби хәбәрселәрҙең статусын нығытҡан закон ҡабул ителеүе хаҡында һөйләне.
Съезда намыҫлы хеҙмәттәре менән матбуғат өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға ирешкәндәргә дәүләт наградалары тапшырылды. Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, "Һаҡмар" гәзитенең баш мөхәррире Салихова Гүзәл Салауат ҡыҙы Рәсәй Журналистар союзының "Намыҫ. Дәрәжә. Һөнәри оҫталыҡ" почетлы билдәһенә лайыҡ булды. Үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы булған етәксебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Лайыҡлы баһа
Автор:
Лилия Кусябаева
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Август 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Август 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"